Йәшел үлән сыҡһын берҙәм морон төртөп,
Тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһындар ҡоштар.
Күңелле йыр көйләп аҡһын гөрләүектәр,
Бөрөләренә ҡыуанһын ағас-ҡыуаҡ,
Борсомаһын күңелдәрҙе ауыр уйҙар,
Ҡаршылаһын һәр кем яҙҙы байрам һымаҡ.
Зыян һалмай үтеп китһен сир-сорҙары,
Упҡын йотһон вирустарҙың бөтә көсөн,
Бер ярҙан икенсе ярға бәрелмәйек-
Ебәрелгәндер был афәт һынар өсөн.
Сыҡһаҡ ине шул һынауҙан һынмай ғына,
Изге хәбәр килтерһен гел, яҙғы елдәр.
Ышаныстың дилбегәһен бушатмайыҡ,
Тыныс булһын,матур булһын килер көндәр!