Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри тулҡындарҙа
20 Март 2020, 17:10

Парлыларға

Алыҫтағы йондоҙ яҡты,тиепӘллә ҡайҙан нурҙар эҙләйбеҙ.

Әллә ниҙәр өмөт иткән булып,
Яндағы бәхетте күрмәйбеҙ.
Кешеләрҙе бәхетле итергә
Хоҙай парлы итеп яратҡан.
Парығыҙҙы һаҡһыҙ юғалтмағыҙ,
Үкенеүҙәр килер аҙаҡтан.
Аҡҡош тоғролоғо бирһен хоҙай,
Һөйөлөп тә һөйгән парҙарға.
Үкенестәр оҙатып бармаһын
Бәхет ҡаршылайһы таңдарға.
Һәр нәмәнең була үҙ ваҡыты,
Көҙҙәрҙән һуң килмәй яҙҙары.
Һәр кем үҙенең саф һөйөүен тапһын,
Аҙашмаһын күңел наҙҙары.
Гөлнур Ғиззәтуллина.
Читайте нас: