Әлшәй хәбәрҙәре
-2 °С
Болотло
Баш
Тат
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри тулҡындарҙа
17 Март 2020, 13:45
Әсәйем көйәнтәһе
Теле юҡ инде әйтергәИх, ине һөйләтәһе?!
Соланда һөйәүле тора
Әсәйем көйәнтәһе.
Күп күрҙе ул һыу юлдарын,
Күп тартты силәктәрҙе,
Әсәйемдең иңбаштарын
Булғандыр сейләткәне.
Ҡайғыһын да, шатлығын да
Һалды ул силәгенә.
Тормош бизмәне кеүектер
Көйәнтә тигәне лә?!
Тын ғына тора соланда
Шул саҡтарҙы һағынып,
Их, ҡайтһа ине ул йылдар
Элмәгенә һарылып.
Бормалы ғүмер юлылай
Дуғалы көйәнтәһе,
Ағым һыуҙай саф ғүмерен
Бар әле өйрәнәһе.
Зөлфиә НӘБИУЛЛИНА.
Фән ауылы.
Читайте нас:
Новости партнеров
Электрон тәмәке тартыусылар иғтибарына!
Башкирская шаль стала официальным брендом Зианчуринского района Башкирии
Дүртөйле районы башлыгы МХО яугирләреннән сәлам җиткерде