Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри тулҡындарҙа
26 Февраль 2020, 12:00

Туған тел

Туған телдә ҙурлап өндәшәмен;-Хәлдәр нисек?Һаумы ,туғаным?

Һәр бер башҡорт белә,ошо һүҙгә
Күпме наҙ,йылылыҡ һыйғанын.

Аҡ юл теләп ҡалам юлсыларға,
Һәр кемгә лә бәхет теләйем.
Яңылыш һүҙ әйтермен,тип ҡурҡмайым-
Мин бит үҙ телемдә һөйләйем!

Балаларым белә туған телде,
Ейәндәрем һөйләй шул телдә!
Үҙ телен ихтирам иткәндәрҙе
Башҡалар ҙа ҙурлай һәр ерҙә.

Туған телем,мотлаҡ һинең аша
Үткәндәргә барып урайым!
Үткәндәрҙе һөйләй риүәйәттәр,
Үткәндәрҙе көйләй ҡурайым.

Тын да алмай тыңлап торғаным бар
Мең аһәңле халҡым йырҙарын...
Әлдә Башҡортостанда йәшәйем!
Әлдә башҡорт булып тыуғанмын!

Туған телем!
Башҡорт телем минең!
Ғүмерле бул,берүк,ғүмерле...
-Хәлдәр нисек?
Һаумы ,туғаным!-тип,
Миңә өндәшәләр түгелме!?.

Гөлнур Ғиззәтуллина.
Читайте нас: