Әлшәй хәбәрҙәре
+8 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри тулҡындарҙа
14 Февраль 2020, 18:55

Иң нескә һәм сағыу ептәр менән Исемеңде яҙып,элеп ҡуйҙым

14 февраль - Ғашиҡтар көнө


Иң нескә һәм сағыу ептәр менән
Исемеңде яҙып, элеп ҡуйҙым
Күңелемдең бик-бик төпкөлөнә,
Кер төшмәҫлек изге бер түренә.

Исемеңде яҙған ептәремдең
Артҡандарын,әйтсе, нишләтәйем?
Бирәйемме башҡа ғашиҡтарға?
Бәхетенән ҡасып ашыҡҡанға?


Юҡ,ул ептәр тик үҙемдә ҡалһын,
Килереңде көтөп,юҡһынып,
Иң-иң яҡты хистәремде ҡушып,
Юлдарыңа келәм туҡырмын.


Гөлнур Ғиззәтуллина.
Читайте нас: