Әлшәй хәбәрҙәре
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри тулҡындарҙа
5 Февраль 2020, 18:15

Маяҡ

Ҡара төндә,йә ыжғыр буранда,Юлсыларҙың нужаларын уйлап,

Ата-бабаларым,элегерәк,
Юл ситенә ҡаҙап маяҡ ҡуйған.

Һалам бәйләмдәре нығытылған
Һығылмалы ғына тал-сыбыҡ.
Юл күрһәтеп,йәшәргә көс биреп,
Ҡотҡарғандыр күпме юлсыны.

Хәҙер маяҡтарға мохтажлыҡ юҡ,
Юлдар төҙөк,ҡулда машина...
Ә шулай ҙа ,аҙашҡан юлсыға,
(Тормош һуҡмаҡтарын бутағанға),
Маяҡ тотоп кем һуң ашыға!?

Ә тормошта аҙашҡандар бик күп,
Күп шул аяныслы яҙмыштар.
Маяҡ булыр дуҫтар булмағанда
Ялмап ала хата-яңылыштар.

Буталды шул заман!Аҡсаларға
Һатыла ҡайсаҡ дуҫлыҡ хаҡтары...
Төштәремә керә ,атайымдың
Көрткә батып,арып һәм шатланып,
Маяҡ ҡаҙап ҡайтҡан саҡтары!

Гөлнур Ғиззәтуллина.
Читайте нас: