Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри тулҡындарҙа
16 Ғинуар 2020, 12:40

Шәп һүрәткә – шәп яуап!

Иҫке Аҡҡолай ауылынан Гөлирә Латипова - “Әлшәй хәбәрҙәре”н баҫма вариантта ла, социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәрҙә лә әүҙем уҡыусы, һәр нәмәгә үҙ ҡарашы булған замандаштарыбыҙҙың береһе.

Ғүмере буйы һауынсы булып эшләп, бөгөн хаҡлы ялда булған апайыбыҙҙың шөғөлдәре бик күп. Ижад даръяларын иңләп, матур-матур шиғырҙар ҙа яҙа, ауылдың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, бәйләү, сигеү эштәренә лә маһир ул.

“Ашҡаҙар” радиоһы иғлан иткән ижади конкурста ҡатнашып, бына ошо һүрәткә ниндәй матур шиғыр ҙа яҙып ҡуйған.

***
Харап икән,...бармаҡ менән
тейергә лә ярамай.
Бына минең йығылһам да,
бер ерем дә ҡанамай.
Күпме әйтәм, аңламайҙар
Ә бит - үҫкән, көслөләр!
Мин гөлдәргә түгел ,әсәй,
Гөлдәр миңә үслеләр.
Унда барма, бында баҫма,
Үтеп йөрөрмөн тимә
Әҙерләнеп торған инде
Өҫкә һикерә ниңә?!
Күмәк булғас, ҡурҡмайҙар шул
Эләгәң, тиҙәр, малай.
Телевизор яңғыҙ булғас,
үсләшмәй бер ҙә улай.
Иҫке Аҡҡолай ауылы.
Читайте нас: