Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри тулҡындарҙа
13 Ғинуар 2020, 19:20

Сусаҡтау

Эй, Сусаҡтау, ғорур тау, Әлшәй ерен данлар тау.

Мендем Сусаҡтау башына,
Ултырҙым таштарына.
Гүйә, бөтә Әлшәй ерен
Һыйҙырҙым устарыма.
Сусаҡтауҙы бейек тиҙәр,
Бейек тә ул, бик текә.
Менеүҙәре ҡыйын булһа,
Төшөүе ауыр үтә.
Сусаҡтауҙың киң итәген
Димкәйем һыуы йыуа.
Сусаҡтауға менгәндәрҙең
Теләге ҡабул була.
Эй, Сусаҡтау, ғорур тау,
Әлшәй ерен данлар тау.
Атайсалға һөйөү өҫтәп,
Көс, дәрт, илһам биргән тау!
Салауат Ғәли (Көҫәпҡолов).
Раевка ауылы.
Читайте нас: