Әлшәй хәбәрҙәре
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри тулҡындарҙа
7 Ғинуар 2020, 13:30

Ҡышҡы урман

Ә аҡ моңдар мамыҡ булып,Ҡаплаған сер-һуҡмаҡтарын... (Гөлнур Ғиззәтуллина)

Урман шаулай...
Көйгә һалған
Мосафир ел таҡмаҡтарын.
Ә аҡ моңдар мамыҡ булып,
Ҡаплаған сер-һуҡмаҡтарын.

Бар ағастар,фәрештәләй,
Гел ап-аҡҡа сорналғандар.
Керпектәрен түбән эйеп
Нимә уйлай торғандарҙыр?

Шул аҡ моңдар, тирбәлешеп,
Хистәремде уяттылар.
Мәғрүр имән - уйландырһа,
Аҡ ҡайындар - йылмайттылар.

Ҡышҡы урман - аҡҡоштары
Йөҙөп йөрөгән тәрән күлдәй...
Тыуған ерем!
Ҡөҙрәтең киң-
Һалҡындар ҙа сихри һиндә!

Гөлнур Ғиззәтуллина
Читайте нас: