Әлшәй хәбәрҙәре
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри тулҡындарҙа
17 Декабрь 2019, 11:25

Өс исем

Тауҙарға,таштарға,Ҡояшҡа тоташҡан,

Офоҡтан-офоҡҡа,
Йыһанға олғашҡан,
Минең өсөн ҙур исем-Илем!

Уйҙарға,хыялға,
Йырҙарға яғылған,
Аҫыл саҡматаштай
Ҡояшта сағылған,
Минең өсөн ҙур исем-Телем!

Яратыу,һоҡланыу,
Һағыныу,һағыштар,
Абыныу,табыныу,
Тырмашыу, табыштар,
Һинең өсөн,
Минең ҡәҙерле кешем-Балам!

Уйымда,телемдә,
Төшөмдә,өнөмдә!
Айырып яратып
Булмайҙыр береһен дә.
Ҡәҙерле өс исем,минең өсөн-
Илем!Телем!Балам!

Гөлнур Ғиззәтуллина.
Читайте нас: