Аяҡ өҫтө -ғүмер буйына.
Йәшәү гөрләй,
Сүп-сар тормай һиндә,
Хатта ҡояш һиңә һыйына.
Тау булыуы,ай-һай,
Ауырҙыр ул.
Гел күтәреп ҡара башыңды!
Һаҡлап ҡара
Сәскә- үләнеңде,
Тарих һаҡлар
Һәр бер ташыңды!?
Тауҙар,тауҙар!
Ғорур мәғрүр тауҙар!
Яңы ғына быны аңланым:
Тау булыуы
Һеҙгә ниндәй бурыс,
Ниндәй йөкләмәләр һалғанын!
Гөлнур Ғиззәтуллина