Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри тулҡындарҙа
3 Декабрь 2019, 13:25

Тыуған яҡта

Шундай рәхәт! Зәңгәр күккә Хоҙай болоттарҙың элгән еңелен Ситтән күҙәткәндәй сағыу ҡояш, баҫһын тиеп, әйҙә, күңелен.

Күңел йырлай. Йөрәк ҡыуаныстан
тотам тимә,оса - күбәләк.
Һары майҙай йомшаҡ көҙгө һауа
Тот та икмәгеңә һылап яҡ.
Бәйге тотҡан мәшһүр ҡурайсылай,
һурып йотам майлы һауаны
Тамырым буйлап ҡанға тарала ла,
уңалдыра эске яраны.
Шундай рәхәт! Зәңгәр күккә Хоҙай
болоттарҙың элгән еңелен
Ситтән күҙәткәндәй сағыу ҡояш,
баҫһын тиеп, әйҙә, күңелен.
Иркәләнеп елгә битем ҡуям
Томан шәлле тауға һоҡланам.
Сикә сәсем күптән аҡ булһа ла
Тыуған яғым...
Мин сабыйың һинең ,ҡыҙ балаң.
Иҫкән елең өрөп ҡеүәт өҫтәй
йөрәгемдә янған сыраҡҡа
Йомошаҡ ҡына һыйпай сәстәремдән
Наҙлап ҡына тула ҡосаҡҡа.
Ефәк юрғандарға төрөнгәндәй,
елдәреңде елән итәйем
Өрөп өйгән шифа ҡеүәтеңде
усағыма илтеп ҡушайым.
Гөлирә ЛАТИПОВА (Хисмәтуллина).
Фото: Яндекс
Читайте нас: