Әлшәй хәбәрҙәре
+19 °С
Ясно
Шиғри тулҡындарҙа
29 Ноября 2019, 11:25

Ап-аҡ ҡаурый һыу юлы...

(Көҙ аҙағы.Ҡыш башы.Ауылдарҙа гөрләп ҡаҙ өмәләре үтә.Күңелле лә,әҙерәк моңһоу ҙа байрам.Ҡаҙҙы бәпләп үҫтергән хужабикәләр мине аңлар,моғайын...Автор.)

Ҡыйғаҡ-ҡыйғаҡ ҡаҙ ҡысҡыра
Барлап бар балаларын.
Йөрәккәйе һиҙә,ахырыһы,
Алда айырылыу барын.

Ҡысҡыра ла тыңлап тора
Ҡыр ҡаҙының тауышын.
Ҡыр ҡаҙының тауышҡайы
Баҫа,буғай,һағышын.

-Ҡыйғаҡ-ҡыйғаҡ,һеҙ бәхетле,
Китәһегеҙ,-ти һымаҡ.
-Ҡанаттарығыҙ талмаһын,
Осоғоҙ йыраҡ,йыраҡ...

Ҡаҙ ҡысҡыра-күңелдәргә
Үтеп инә бер һағыш.
Ҡайһы саҡта бигерәк уҫал
Булып китә был яҙмыш.

Ҡаҙ ҡысҡыра ҡыйғаҡ-ҡыйғаҡ,
Ап-аҡ ҡаурый һыу юлы...
Инә ҡаҙҙы зар илатып
Килеп еткән ҡаҙ туйы.

Гөлнур Ғиззәтуллина.
Читайте нас