Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Ясно
Баш
Тат
Шиғри тулҡындарҙа
14 Ноября 2019, 08:40
Аҡса, аҡса, аҡса....
Бөгөнгө көндә телдән төшмәгән бер һүҙ бар, ул да булһа - аҡса (Гөлнур Ғиззәтуллина).
Бәндә үҙ-үҙенә уйлап тапҡан
Көслө ҡорал!
Ул да булһа - аҡса!
Аҡса - батша!
Аҡса - ҡол биләүсе!
Аҡсаң юҡмы - ултыр, әйҙә, асҡа.
Аҡсаң булһа -
Һинең урын түрҙә,
Аҡсалылар - донъя тотҡаһы.
Һумдар, евро, доллар
Булған ерҙә
Кәрәкмәй ҙә кеүек башҡаһы.
Әллә алла, әллә шаян шайтан-
Бер ҡағыҙҙа күптәр яҙмышы.
Аҡса - кешелектең
Донъялыҡта
Уйлап тапҡан
Иң ҙур яңылышы.
Гөлнур ҒИЗЗӘТУЛЛИНА.
Раевка ауылы.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"