Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри тулҡындарҙа
13 Ноябрь 2019, 12:49

Кемдәр генә яратыр?

Көндәр аға, оса йылдар - күпме аралар Йөрәгемдә һүнмәй һаман янған яралар (Венер Ғәлимов).

Был донъяға беҙ килгәнбеҙ парлы булырға,
Бер-беребеҙҙе эҙләп табып, бергә ҡалырға
Әммә тормош була ҡырыҫ – яңғыҙлыҡ бирә,
Донъяларҙы дер һелкетеп һорағым килә.
Кемдәр генә, кемдәр генә мине яратыр?
Кемдәр генә, кемдәр генә мине йыуатыр?
Көндәр аға, оса йылдар - күпме аралар
Йөрәгемдә һүнмәй һаман янған яралар.
Күрешергә күңелкәйем эҙләй сәбәптәр,
Килеп кенә етерме икән ошо сәғәттәр.
«Һине һөйәм» - «Мин дә һине» - әйтербеҙ ҡасан?
«Һин бит минең парым!» - тиеп, хыялда ҡосам.
Һин дә яңғыҙ, мин дә яңғыҙ - был бит ҙур яң(ы)лыш
Осрашырға төшмәй юлдар - түгелдер яҙмыш!
Кистәр еткәс һауаларҙа яңғыҙ ай йөҙә
Иртән ҡояш айҙы эҙләп, үҙәкте өҙә.
Яңғыҙлыҡтан булмай икән тыныслыҡ табып,
Яңғыҙ ҡалһа аҡҡош илай, ҡанатын ҡағып.
Айырылмағыҙ - үкенескә ғүмер ҡалмаһын,
Йылдар үткәс үкһеп-үкһеп әйтер булмаһын.
Кемдәр генә, кемдәр генә мине яратыр?
Кемдәр генә, кемдәр генә мине йыуатыр?
Көндәр аға, оса йылдар - күпме аралар
Йөрәгемдә һүнмәй һаман янған яралар.
Күрешергә күңелкәйем эҙләй сәбәптәр,
Килеп кенә етерме икән ошо сәғәттәр.
«Һине һөйәм» - «Мин дә һине» - әйтербеҙ ҡасан?
«Һин бит минең парым!» - тиеп, хыялда ҡосам.
Венер ҒӘЛИМОВ.
Раевка ауылы.
Читайте нас: