Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри тулҡындарҙа
8 Ноябрь 2019, 12:07

Татлынан татлы-яҡшы һүҙ, затлынан затлы-яҡты йөҙ.

*****
Күңелемдең көҙҙәй илаҡ сағы,
Таңдарым да яҡты түгел әле,
Тел осомдо һаман семеттерә
Шып-шым ғына аҡҡан йәшем тәме.



Бер кем аңлай алмаҫ:йөрәккенәм
Әкрен генә әрнеп тик торасы.
Осрағанда ,күңел өсөн генә:
-Хәлкәйҙәрең нисек?-тип һорасы.


-Хәлкәйҙәрең нисек?-тип һорасы,
Күҙҙәремә йәштәр төйөлһөн.
Ошо ябай ғына матур һүҙҙән
Донъям яҡтылыҡҡа төрөнһөн...


Шундай заман бөгөн:барыһы ла бар,
Аптырамай бәндә байлыҡҡа.
Бөгөн ҡытлыҡ алсаҡ йылмайыуға,
Йылы һүҙгә,наҙға,зауыҡҡа.


Шундай заман бөгөн:бер табында
Ҡош һөтө һәм йылан ағыуы...
Кеше күңеле өсөн бер йылмайыу,
Бер йылы һүҙ-йөрәк дарыуы.



Читайте нас: