Тормош юлдарынан үткән саҡта,
Яҙмыш йомғаҡтарын һүткәндә,
Кеше булып ҡала бел һин, әҙәм,
Яман эштәр ҡылма, эй, бәндә!
Яңылыш уйҙар килмәһен башыңа,
Хилафлыҡтан берүк ситтә тор.
Ғәйбәткә юл ҡуйма һис бер ваҡыт,
Йәнең, күңелең ләззәт татыр.
Аҡҡан һыуҙар аҡһын, әйҙә,
Салауат ҒӘЛИ (КӨҪӘПҠОЛОВ).