Ҡайҙа ҡалды икән,ҡайҙа ҡалды,
Ҡайҙа ҡалды икән,икәү үткән,
Һуҡмаҡтағы парлы беҙҙең эҙ?
Юғалғандар эҙҙәр,моңһоуланған күҙҙәр,
Үҙәктәргә үтә һалҡын көҙ.
Бәғерҙәрҙе өтә һағыныуҙарым
Йәмле йәйҙәй йәшкелт күҙҙәрҙе.
Һары һағыш кеүек,һары япраҡ баҫҡан
Йәшлегебеҙ үткән эҙҙәрҙе.