Әлшәй хәбәрҙәре
+25 °С
Дождь
Баш
Тат
Шиғри тулҡындарҙа
16 Октября 2019, 11:39
Икмәк булһын өҫтәлдә!
Туйҙырҙы шул ялған аҙыҡ:Чипси, пепси, бүтәне...Таптым, барыбер эҙләгәнде-Ул бит арыш икмәге! (Гөлнур ҒИЗЗӘТУЛЛИНА)
Ҡайҙа ҡарама-кибеттәр.
Ҡайҙа ҡарама тәм-том.
Тик нимәлер көҫәй тамаҡ-
Ас та, туҡ та түгелмен.
Кибеттәргә керәм-сығам,
Әллә нәмә эҙләйем.
Кәштәләрҙәге ҡаптарҙан
Әллә ниҙәр күҙләйем.
Туйҙырҙы шул ялған аҙыҡ:
Чипси, пепси, бүтәне...
Таптым,барыбер эҙләгәнде-
Ул бит арыш икмәге!
Икмәк булһа - йыр ҙа булыр!
Көр булыр күңелдәр ҙә.
Ҡайырып телеп, туя ашар
Икмәк булһын өҫтәлдә!
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"