Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри тулҡындарҙа
10 Октябрь 2019, 12:01

"Тормош" тигән урман аша,

"Тормош" тигән урман аша, Утлы һуҡмаҡтан барам:

Йығылмаҫ өсөн йүгерәм,
Быҫҡымаҫ өсөн янам.



Йөрәгемдең әрнеүҙәрен
Тик үҙем генә беләм:
Иламаҫ өсөн-йырлайым,
Һыҡтамаҫ өсөн -көләм.


Тормош юлын үткән саҡта
Була шул төрлө саҡтар:
Дуҫ тигәнең төртөп йыға,
Тартып торғоҙа яттар.


Тик ,барыбер,йәшәү матур,
Ҡараһынан күп ағы.
Һөйөү,өмөт һәм ышаныс
Юлдаш булһын ни бары.
Читайте нас: