Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри тулҡындарҙа
7 Октябрь 2019, 14:28

Күңелемдең көҙҙәр кеүек Тамам тулышҡан сағы...

Алтын келәм туҡып йәйгән ,Эй, быйыл көҙ бигерәк уңған!

Баҡсалағы миләштәргә

Утлы мәрйен элеп ҡуйған.

Алтын келәм туҡып йәйгән ,

Эй, быйыл көҙ бигерәк уңған!

Алмағаста яңғыҙ алма,

Тулышҡан да һутлы балға,

Бәүелсәктә бәүелгәндәй,

Ҡурҡып тора ҡойолорға.

Көҙ буяуын йәлләмәгән,

Һөрмә тартҡан ағастарға.

Ҡош юлынан һуҡмаҡ һалып,

Ҡыр ҡаҙҙарын теҙгән сафҡа.

Болот ябып ҡуйынына

Йәшергән ҡояш усағын.

Ә күңелдәр көҙҙәр менән

Илһамға ҡойондо тағын...

Альбина МУЛЛАҒОЛОВА.
Читайте нас: