Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри тулҡындарҙа
12 Сентябрь 2019, 16:34

Көҙ

Таҡмаҡ әйтеп, бейей төҫлө көҙгө урман...

Илаҡ ямғырҙар тәҙрәне ҡаҡһалар ҙа,
Көҙгө алмалар өлгөрә баҡсаларҙа,
Ҡайындарҙың сәсен тарай көҙгө елдәр,
Япраҡ яуа, түшәп һалып, юрған-мендәр.

Ҡоштар, гүйә, вальс бейей һауаларҙа,
Нота булып, теҙелешеп алалар ҙа,
Бер йылмая, бер моңая ҡояш күктән,
Еңмеш болот, юрған булып, ябып киткән.

Таҡмаҡ әйтеп, бейей төҫлө көҙгө урман,
Ағастарҙың сәстәренә алтын ҡунған.
Ҡарағайҙар һәм шыршылар ғорур баҫып.
Һаҡта тора, үҙ төҫөнә тоғро ҡалып.

Тәбиғәтем һалҡындарға әҙер күптән,
Алтын көҙөн әйтерһең дә, һағынып көткән.
Оҙата ул ҡулын болғап, теләп доға,
Ҡыр ҡаҙҙарын һәм ҡоштарын оло юлға.
Альбина Муллағолова.
Читайте нас: