Әлшәй хәбәрҙәре
+1 °С
Болотло
Баш
Тат
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри тулҡындарҙа
16 Август 2019, 17:25
Йәйге таң
Йәйге таңдың хозурлығы сикһеҙ. Рәссам булып тыуһам,ни була?!
Һәр кем йөрәгенә барып етер-
Яҙыр инем матур картина.
Тәбиғәт һуң!Үҙе рәссам икән!
Күҙ теймәһен-пейзаж иҫ киткес.
Ул һайлаған сағыу буяуҙарҙың
Төҫтәре лә күңел илерткес:
Гәлсәр кеүек ысыҡ тамсылары
Үлән итәгенә теҙелгән.
Йомшаҡ ҡына томан,иркәләнеп,
Талдың толомона үрелгән.
Йылға йоҡлай,бары һандуғастар
Таңғы йырын һуҙа шатланып.
Фәрештәләр,ҡанаттарын йәйеп,
Ҡарай һымаҡ күктән,һоҡланып.
Пар аҡҡоштар балаларын барлай,
Аҡ томанды елдәр тарата,
Керпегенән нурҙар һибә ҡояш-
Төн йоҡоһон йыртып таң ата...
Һәр таң ирәйептәр ҡарап торам
Тәбиғәт- рәссамдың эшенә...
Ошо матурлыҡты Киләсәккә
Илтеп еткерһәксе,Кешеләр!
Гөлнур Ғиззәтуллина.
Читайте нас: