Әлшәй хәбәрҙәре
+15 °С
Облачно
Баш
Тат
Шиғри тулҡындарҙа
2 Августа 2019, 13:59
Эй,яратам шул саҡлы-
Дөрләп янған усаҡты!
Әйтерһең дә иртә таңдан
Әсәй мейескә яҡты.
Эй,һағынам шул саҡлы-
Дөрләп янған усаҡты!
Яҙғы кистә атай менән
Сүп-сар яндырған саҡты.
Һағындыра шул саҡлы -
Дөрләп янған усаҡты!
Шул усаҡта картуф өткән
Хыялый баласаҡты...
Аштар бешһен ҡаҙандарҙа,
Усаҡта ут һүнмәһен.
,,Һуғыш", ,,аслыҡ"тигән һүҙҙе
Килер быуын белмәһен.
Тыуған йорттоң усаҡ уты
Дуҫ-туғандарҙы йыйһын.
Тик янмаһын һуғыш уты-
Киләсәк тыныс булһын!
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"