Әлшәй хәбәрҙәре
+14 °С
Облачно
Баш
Тат
Шиғри тулҡындарҙа
12 Июля 2019, 08:45
Ай нурына мансып ҡәләмемде,
Япа-яңғыҙ ҡалып серем менән,
Һиңә булған һөйөү хистәремде
Аҡ ҡағыҙ битенә түгәм,түгәм.
Шаян йондоҙ-ҡыҙҙар күҙ ҡыҫышып
Һинән сәләм әйткән кеүек була.
Һағыныуымдан сәсәп уттар йотам,
Күңелкәйемә моң-һағыш тула.
Яңғыҙ ғына янған минуттарҙы
Төн ,иңенә һалып ,ары китер.
Һине көтөп тағы бер таң атыр,
Һине һағынып көткән бер көн килер.
Таңдар атҡас,өрөп һүндерермен
Хәтирәләремдең шәмдәрен...
Үтеп кенә барған ғүмеркәйҙең,
Үтеп кенә барған мәлдәре.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"