Әлшәй хәбәрҙәре
-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри тулҡындарҙа
5 Июль 2019, 17:17

Заман сире

(Үҙәк телевидение күрһәткән ҡайһы бер шоу-тапшырыуҙарҙы ҡарағандан һуң,бер бала әйтмешләй,Туҡтатығыҙ ер шарын,төшөп ҡалам!-тип әйтке килә. Автор)

-Беләһеңме,бер һүҙем бар!-

Тине бер ҡарт,серле итеп.

-Ҡарсығымдан ысҡынам да,

Килеп етәм,торсо көтөп.


Йә, булмаһа баҙарға кил,

Һине шунда көтөрмөн,-ти.

Һин килгәнсе йомортҡамды

Тиҙ үк һатып бөтөрмөн,-ти.


Һатҡан аҡсаһына һине

Һыйлармын көнбағыш менән.

Көтөп торсо мине,йәме,

Әбейемә әйтеп киләм.


Ғашиҡ булдым һиңә,ҡыҙый,

Белмәмешкә һалышма,ти.

Заманаһы шундай хәҙер-

Һин дә илдән ҡалышма ,ти...


Бабайҙың ошо һүҙҙәре

Уйға һалдылар әле.

-Туҡтатығыҙ ер шарын!-тип,

Ҡысҡырғы килгән мәлем.


Ниндәй заман:йәше- ҡарты

Бер ерҙә тапанабыҙ.

Эш менән маҡтаныу ҡайҙа-

Түш менән маҡтанабыҙ.


Эш һөйләү юҡ-һүҙ менән туҡ!

-Һөйәм дә һөйәм-бер һүҙ!

Ҡыҙҙар бабай ҡосаҡлаған-

Ҡарарға ояла күҙ.


Һөйөп- һөйөлөүҙәрҙең дә

Үҙ ваҡыты,үҙ мәле.

Көҙҙәр еткәс үҙгәрә бит

Еләктәрҙең дә тәме.


Йәштәр һөйһә һәм һөйөлһә-

Булыр йорт-ерҙәр тыныс.

Аҡһаҡал булып ултырыр

Ҡарттар аҙһа-ҡурҡыныс.


Егеттәр әбей "ярата",

Ҡыҙҙар "ғашиҡ" ҡарттарға...

Заман сире,тейә күрмә,

Беҙҙең аҡһаҡалдарға!
Читайте нас в