Әлшәй хәбәрҙәре
+1 °С
Болотло
Баш
Тат
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри тулҡындарҙа
21 Июнь 2019, 14:20
Үтә икән...
(,,Үткән ғүмер-аҡҡан һыу".Мәҡәл.)
Үтә икән,барыһы үтә
Теҙелгәндәй епкә.
Үҙебеҙ кеүек ашығып,
Ғүмеркәйҙәр үтә.
Аҡ һыҙат,ҡара һыҙаттар
Бармай бит ул күпкә.
Гел бер төрлө тормай тормош-
Үтә, барыһы үтә.
Ҡайһы саҡта йөрәккәйҙе
Кеше һүҙе өтһә,
Тотҡан ерҙән ҡапыл өҙмә-
Үтә,барыһы үтә.
Барыһы үтә-шуға күрә
Сүпкә абынмайыҡ.
-Теге тегеләй тигән,-тип,
Дөрләп ҡабынмайыҡ.
Елдәй етеҙ бит ул йәшәү-
Йүгерә лә китә.
Һаҡламайыҡ күңелдәрҙә
Йәбер,асыу,үпкә.
Бүлмәйек дуҫ-туғандарҙы
Ярлыға һәм байға.
Бер үк Ерҙән атлайбыҙ бит-
Осоусы юҡ айға.
Донъя булғас ғәжәп түгел
Күҙ йәштәре,зары.
Барыһынан ҡәҙерлерәк-
Һаулыҡ булһын бары.
Үткәндәр өсөн яуаплы
Бары тик үҙебеҙ.
Изгелектән,матурлыҡтан
Торһон һәр көнөбөҙ.
Читайте нас: