Әлшәй хәбәрҙәре
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри тулҡындарҙа
14 Июнь 2019, 14:14

Баласаҡ

Таңдағы ысыҡ һин,Алыҫтағы усаҡ,

Төштәремә кергән,

Уйҙарымда гиҙгән,

Йәшәргә көс биргән-

Эй,ғәзиз баласаҡ.


Тиктормаҫ,йылмаяҡ

Ялбыр сәсле ҡыҙсыҡ-

Күҙ алдымда һәр саҡ.

Һағындыраһың да...

Барырға юлдар юҡ-

Эй,шаян баласаҡ.


Берәй көн булһасы ,

Ҡайтыптар урарға:

Уйнарға урамда,

Аунарға буранда...

Атай-әсәйле саҡ-

Онотолмаҫ баласаҡ.


Йөрәктәге сың һин,

Һағындырыр моң һин,

Ҡабатланмаҫ миҙгел.

Тормошо юлында

Һәр кемде ҡурсалап

Оҙатып барһын гел,

Баласаҡ!
Читайте нас: