Йәшлегемде эҙләп йөрөйөм,
Тик эҙҙәре ҡалған аҡ ҡарҙа.
-Бәлки...-тиеп йүгерәм,ул түгел,
Яттар булып сыға алдымда...
Йәшлегемде эҙләп йөрөйөм-
Яңғыҙым аҙашып ҡалдым да.
Йәшлегемде эҙләп йөрөйөм,
-Иҫәр,-тиеп берүк үртәмә.
Үткәндәрҙе иҫкә алһам шулай,
Йөрәккә дәрт,ҡеүәт өҫтәлә.