Әлшәй хәбәрҙәре
+26 °С
Облачно
Шиғри тулҡындарҙа
11 Апреля 2019, 07:55

Баҡсама миләш ултырттым

Баҡсама миләш ултырттым,Ҡыҙарып бешһен ,тиеп.

Шаян елдәр иркәләнеп,

Наҙланып үпһен,тиеп.


Баҡсама миләш ултырттым-

Серҙәш булыр муйылға.

Байрамыңда күргем килде

Ҡыҙыл шәлкем ҡулыңда.


Баҡсама миләш ултырттым-

Аҡ сәскә атҡанғалыр...

Тәүге һөйөү ул-ғүмергә,

Йөрәктә һаҡланалыр.
Читайте нас