Күңелемдән генә хаттар яҙҙым,
Кем икәнлегеңде белмәһәм дә,
Таба алманым,осратманым һине
Ғүмерем буйы көтһәм,эҙләһәм дә.
Хыялдарҙың да сиктәре була,
Инде табылһаң да-табынмамын.
Сит усаҡта-сит ҡосаҡта көлмөн,
Башҡа янып,башҡа ҡабынмамын.
Беләм:үҙ яҙмышым-үҙ ҡулымда,
Барыр юлымды ла үҙем һыҙам.
Тик кемлегең беләһем килгәйне-
Хыялыйҙар иткән хыялғынам!