Эй,йөҙҙөм кинәнеп-арыуым баҫылды,
Күңелем ҡылдары нескәреп тартылды.
Һандуғас йырҙарын моңланып тыңланым,
Һандуғас моңона ҡушылып йырланым,
Йырҙарым таратты хәсрәтле уйҙарҙы,
Эй,шифа икән дә һандуғас моңдары.
Шаян елдәр менән ярышып уйнаным,
Бәпкә үләндәргә иркәләп аунаным,
Һоҡланып күҙәттем балыҡтар уйнауын,
Тыңланым шым ғына ҡамыштар шаулауын.
Ҡояштың нурҙары һыйпаны сәсемдән,
Елдәр менән ҡыуышып,уйнаным "йәшенмәк..."
Хыялымда йәшәй,йәшәй ул күңелдә,
Әкиәти был донъя-тик тыуған еремдә.