Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри тулҡындарҙа
20 Март 2019, 11:45

Башҡортостан - гөлдәр иле (Венер Ғәлимов)

Күкрәк киреп, иркен һулыш алып Йәшәй һиндә күпме милләттәр!

Гөлдәр иле,

Хушбуй еҫтәр

Тирә-яҡты сорнап таралған

Тыуған яғым, ғәзиз еркәйем,

Беҙ бит һине һөйөп яралған.

Аттар саба ҡылған диңгеҙендә

Болоттарҙа оса бөркөттәр

Халыҡтарың ныҡлы нигеҙеңдә-

Йыйылғандар улар бөртөкләп.

Күкрәк киреп, иркен һулыш алып

Йәшәй һиндә күпме милләттәр!

Шул дуҫлыҡҡа ҡеүәт һалып,

Һоҡланалар күрше дәүләттәр.

Шатлыҡ иле, хыял далаһы,

Көмөш моңло айҙың нурҙары

Алһыу таңда ҡояш яҡтыһында

Шифа ала шишмә һыуҙары.

Венер ҒӘЛИМОВ.
Читайте нас: