Әлшәй хәбәрҙәре
+25 °С
Ясно
Баш
Тат
Шиғри тулҡындарҙа
1 Марта 2019, 06:54
Төш
Төштәремә керҙең тағы:Яҡын ғына баҫып торҙоң...
Төш ине бит,ә мин ,никтер,
Һинең йылылыҡты тойҙом.
Төштәремдә сиктәр юҡ шул,
Юҡ биктәр ҙә,юҡ шиктәр ҙә...
Томанлы йәйге таңдарҙа-
Өндәремдә,әйт,нишләргә?
Нишләргә һуң өндәремдә
Һалҡын елдәр иҫкән саҡта?..
Һинән башҡа йәшәүҙәрем
Әллә дауа,әллә хата.
Төш менән өн,төн менән көн,
Һиңә лә, миңә лә оҡшаш:
Бер үк күктә йәшәһә лә
Осрашмай бит ай һәм ҡояш.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"