Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри тулҡындарҙа
18 Февраль 2019, 18:27

Иҫтә, һаман иҫтә, онотолмай һис тә...

Ең һыҙғанып тирләп бесән сабам
Дим буйында матур туғайҙа.
Һандуғастар һайрай сут-сут итеп,
Фырлап осоп үтә турғайҙар.
Хуш еҫ бөрккән ҡыҙыл еләктәр,
Зәңгәр сәскә атҡан йыуалар,
Кәкүк ҡаталары, йәшел дымлы бесән
Төрөлөп-төрөлөп алдан шыуалар.
Шаж-шож итеп бесән сапҡан тауыш
Тирә-яҡта тора яңғырап.
Һәм ул тауыш мине дәртләндерә,
Йөрәк ашҡындыра яндырып.
Ауылдаштарым да туғай тулы,
Бергә эшләү шундай күңелле!
Туҡта. Былай табан килгән
Әлфиәкәй бәғрем түгелме?!
Эйе, ул бит! Йәнем, күбәләгем!
Йәшлегемдең татлы хыялы!
Былай табан ергә эйелә-эйелә килә,
Әллә миңә сәскә йыямы?
Ҡояш кеүек балҡый ап-аҡ йөҙө,
Бөҙрә сәсен иркә ел тарай.
Ә түшендә ҡояш нурҙарында
Үҙем биргән бүләк йылтырай.
...“Рота-а-а, подъем!” тигәнгә
Осоп барып төштөм иҙәнгә.
Уйлап алдым, төшөм икән дә,
Ҡабаланып салбар кейгәндә.
Тимербай ЮНЫСОВ.
Раевка ауылы.

Читайте нас: