Мин оноттом инде кемлегемде:
Мин,моғайын,зәһәр йыландыр.
Ул да ,бахыр,ҡойроғона баҫһаң,
Ауыртыуҙан,йәки сараһыҙҙан,
Ағыуҙарын сәсә торғандыр.
Мин оноттом инде кемлегемде:
Мин, моғайын,Төньяҡ боҙлоҡтор.
Минең йөрәгемдә туңып ҡалған
Һыуыҡтарҙан-һыуыҡ,зәһәр,ыжғыр,
Боҙҙарҙан да хәтәр боҙ юҡтыр.
Мин оноттом инде кемлегемде-
Юҡсы.Яҙ икәнмен.Наҙ икәнмен.
Тирә-яғым ап-аҡ нурға тулды,
Асылып та китте күҙҙәрем.
Кемдер йылмайып һүҙ ҡушып китте-
Мин әйләндем дөрләр усаҡҡа,
Һайрар ҡошҡа,ҡупшы төлкөгә...
Бер уйлаһаң бигерәк көлкө лә:
Бер һүҙ етә-боҙға әйләнергә.
Бер һүҙ етә-ҡуҙға әйләнергә.