Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри тулҡындарҙа
31 Ғинуар 2019, 16:36

Ҡартлыҡ (шаярыу ҡатыш)

("Ашыҡмай тор,ҡартлыҡ.Ҡабаланма. Бер мөхәббәт йыры йырлайһым бар... М.Кәрим "Ашыҡмай тор,ҡартлыҡ")

Ҡартлыҡ килеп ҡапҡа төбөн һаҡлай,

Сығып тормам инде - ваҡыт тар,

Хыялымда урман - тауҙар гиҙәм,

Йондоҙҙарҙы сүпләп,сәйлән теҙәм -

Эшем бар шул әле,эшем бар.


Ҡартлыҡ сиртә тәҙрәм ҡапҡастарын,

Пәрҙәм асмам инде - ваҡыт тар,

Аҡ ҡайынға суҡлы алҡа тағам,

Киң офоҡҡа алһыу селтәр ябам,

Эшем бар шул әле, эшем бар.


Ҡапҡа төптә көттө,тәҙрәм сиртте,

Сыҡманым шул-көтһөн әҙерәк.

Ҡартлыҡ инде ишегемде тарта-

Ниңә тертләп китте был йөрәк?!
Фото: Яндекс
Читайте нас: