Әлшәй хәбәрҙәре
+21 °С
Облачно
Баш
Тат
Шиғри тулҡындарҙа
23 Января 2019, 10:33
Һынама...
Ҡыҫҡа икән көндәр,Оҙон икән төндәр,
Күҙ йәшемде йота
Минең серҙәш мендәр.
-Хәлең нисек?-тимә,
Бер нисек тә түгел.
Мин-ҡырағай кейек,
Әрней,һыҡтай күңел.
Йәнем әрнеүҙәрен
Аңлай алмам үҙем.
Хоҙайҙан ялбарам:
-Бирсе,тәңрем,түҙем.
Бирсе түҙем,тәңрем,
Теҙгенде өҙмәҫкә,
Ауырлыҡ алдында
Башымды эймәҫкә.
Кешелектән сығып
Әйләнмәҫкә ташҡа,
Тәңрем,бирсе түҙем...
Тик һынама башҡа.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"