Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри тулҡындарҙа
17 Ғинуар 2019, 18:15

Ҡар бөртөктәре бейеүе

Ынйылай емелдәп ҡуна Аҡ ҡарҡайҙар ҡулдарға...

Ҡар бөртөктәре ҡаплайҙар
Ерҙе аҡлап, тын ғына.
Уларҙың шулай бейеүе
Илаһи бер моң ғына.
Ҡар яуғанын ҡарап торам
Мөғжизәгә һоҡланып.
Шул ваҡытта, ирекһеҙҙән,
Күңел китә сафланып.
Әйлән-бәйлән бейей-бейей,
Төшә ҡарҡайҙар ергә.
Сихри күренеште бағып,
Уйҙар ашҡына үргә.
Ҡар үҙе һалҡын булһа ла,
Йөрәкте ул йылыта.
Ғашиҡтарға ҡанат ҡуя,
Яңғыҙҙарҙы йыуата.
Ынйылай емелдәп ҡуна
Аҡ ҡарҡайҙар ҡулдарға.
Ап-аҡ ҡарҙай аҡ бәхеттәр
Теләйем мин дуҫтарға!
САЛАУАТ ҒӘЛИ (Көҫәпҡолов).
Раевка ауылы.
Фото: Яндекс
Читайте нас: