Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри тулҡындарҙа
14 Ғинуар 2019, 18:11

Яңы Йыл ҡарҙары

Тирә -яҡта аҡлыҡ, Тирә -яҡта сафлыҡ,Еребеҙ аҡ ҡарға төрөнгән.

Ҡалһындар үткәндә

Асыу һәм үпкәләр-

Яңыса йәшәйек бөгөндән.


Үкенес-үтенес

Ҡалмаһын шул килеш-

Иҫке йылға бүләк итәйек.

Яңы йыл таңынан,

Ҡыштың аҡ ҡарынан

Өр-яңы шатлыҡтар көтәйек.


Йәштәргә-йәш өҫтәй,

Йәмдәргә-йәм өҫтәй

Яңы йылдың йомарт таңдары.

Бәхет булып яуһын,

Муллыҡ булып яуһын,

Яңы йылдың ап-аҡ ҡарҙары.


Киләсәккә ҡарап,

Бәхет -шатлыҡ юрап,

Яңы йылды ҡаршы алайыҡ!

Көтһөн алда юлдар,

Тынмаһын шат йырҙар-

Һәр ваҡыт йәш булып ҡалайыҡ!


Гөлнур Ғиззәтуллина



Читайте нас: