Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри тулҡындарҙа
14 Ғинуар 2019, 17:56

Сәсем үрә ине әсәйем...

Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта - Ҡармыш ауылынан Фәйрүзә Кәримова. Ижадҡа ғашиҡ ханымдың шиғри күстәнәсен һеҙ ҙә "тәмләп" ҡарағыҙ.

Теҙҙәргә һалып теләк теләп,

Сәсем үрә ине әсәйем.

Әйтер ине тәүфиҡле бул тиеп ,

Бәхетле бул йәме, бәпәйем.


Кеше араһында кеше булып

Йәшәй белеүҙәргә ни етә.

Йәлләмәгеҙ йылы һүҙегеҙҙе,

Йылы һүҙ бит йәнде иретә.
Үҙең эшләп тапҡан хәләл малың

Ысын бәхеттәргә килтерә.

Нахаҡ һөйләп бер үк рәнйеш алма,балам,

Кеше һүҙе кеше үлтерә!
Сәсем тарап үргән саҡта, әсәй,

Ниҙәр кисерҙең икән?

Гүр эйәһе булған әсәйеңде,

Иҫкә төшөрҙөң микән.
Инде үҙебеҙ әсәй булдыҡ күптән

Ҡыҙымдың сәсен үрәм.

Һинән алған өгөт-нәсихәтте,

Хәҙер ҡыҙыма бирәм.
Әсәй ҙә юҡ инде хәҙер

Толомдарҙы киҫеп ташланыҡ.

Ялбыр башлы бала сағыбыҙҙы,

Хәҙер килеп һағына башланыҡ.


Төштә генә булһа ла бер әсәй!

Ҡыҙҙарыңды ҡайтып күрһәңсе.

Теҙҙәреңә һалып теләк теләп,

Сәстәремде тарап үрһәңсе!


Фәйрүзә КӘРИМОВА.

Ҡармыш ауылы.
Фото: Яндекс



Читайте нас: