Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри тулҡындарҙа
17 Декабрь 2018, 13:34

Аҡмуллаға өндәшеү

Шишмәңдең саф,татлы һыуын эстем,Битем йыуып,теләк теләнем,

Еләк өҙөп ҡаптым...

Һәм ирекһеҙ

Һинең эҙҙәреңде эҙләнем.


Һинең эҙҙәр бында аҙ ҡалған шул,

Һинең эҙҙәр ҡалған бик алыҫ.

Һуңғы ҡаның тамған тупраҡты ла

Ҡосағына алған сал тарих.


Ләкин исемең бөгөн юғалмаған-

Ул үлемһеҙ бөгөн,ул-тере.

Халыҡ онотмаһа-ил онотмай,

Тарих бит ул-халыҡ хәтере.


Йылдар төпкөлөндә юғалмай ул

Халҡы өсөн киткән шаһиттар.

Ижадыңда һинең һоҡланғыс моң,

Һинең шиғырҙарҙа аҡлыҡ бар.


Бына ,нисәнсе ҡат килһәм дә мин,

Тыуған яҡтарыңа,Аҡмулла,

Хайран ҡалам һинен аҡылыңа,

Хайран ҡалам һинең хаҡлыҡҡа:


Башҡорттарыңды һин ҙурлағанһың,

Наҙанлыҡ-дошман тип белгәнһең,

Әйтерһең дә бөгөнгө тормошто

Һин быуаттар аша күргәнһең.


Илем!Телем!Халҡым!-тигәндәрҙе

Йыяһың гел оло йыйынға.

Ошо әүлиәлек түгелме ни?

Бөйөк шағир!Ябай Аҡмулла!


Халҡын ҙурлағанды-халҡы ҙурлар,

Һинең исемең-яҡты нур кеүек!

Шиғырҙарың-тауҙар һымаҡ ғорур,

Телем һымаҡ изге һәм бөйөк!


Гөлнур Ғиззәтуллина.


Читайте нас: