Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Баш
Тат
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри тулҡындарҙа
13 Декабрь 2018, 13:18
Әсәйгә хат
Яңғыҙлыҡтан илайым мин, Илай-илай сәсәйем.Ниңә мине ташлап киттең,
Әйтсе,әйтсе әсәйем!?
Был донъяларға тыуҙырғас,
Еткән тип уйланыңмы?
Төштәреңә бер тапҡыр ҙа,
Ингәнем булманымы?
Имгәнем булманымы?
Мин иммәгәс күкрәк һөтөң
Моғайын,һауғанһыңдыр.
,,Бисмилла" әйтеп бесәйгә,
Йә эткә һалғанһыңдыр.
Гонаһыңдан ҡурҡып,бәлки,
Ураҙа тотаһыңдыр.
-Кеше белеп ҡуймаһын,-тип,
Ут-ялҡын йотаһыңдыр.
Мине шулай ташлап киткәс,
Йәшлегең ҡайттымы икән?
Әллә выжданың ҡанһырап,
Тупһаңа яттымы икән?
Шешә төбөн ялай-ялай,
Йыуҙыңмы әллә,ҡайғыңды?
Йәшлек менән ҡартлыҡ йәнәш-
Ҡартлығың уйланыңмы?
Өҫтөм бөтөн,тамағым туҡ,
Матур йортта йәшәйем.
Тик мин яңғыҙ был донъяла,
Ҡайҙарҙа һин,әсәйем?
Ҡайҙарҙа һин?Кем мин?Кем һин?
Әйтсе,әйтсе әсәйем?
Тауыш бирсе,эҙләп тапсы,
Һине көтөп йәшәйем!
Әсәйем!
Гөлнур Ғиззәтуллина
Читайте нас: