Ҡара болот баҫһа көндәремде,
Һары һағыш баҫһа иңдәремде,
Тип-тигеҙ ерҙә лә абынам-
Әсәй,һине бигерәк һағынам.
Яңғыҙлыҡтан дер-дер өшөгәндә,
Ҡарлы-боҙло һалҡын ҡыш килгәндә,
Һин бәйләгән шәлде ябынам-
Әсәй,һине бигерәк һағынам.
Әйтелеп бөтмәгән матур һүҙҙәр,
Һаман һинең һынды эҙләй күҙҙәр,
Һине бер күрергә зарығам-
Әсәй,һине бигерәк һағынам.
Бер ҡайғыһыҙ бала саҡтарыма
Ҡайтып килер инем яңынан.
Донъямдың түңәрәк ваҡыттарын-