Мөхәббәттең хистәре - нескә күңелле
Шул хистәрҙә барыбыҙ ҙа яндыҡ түгелме?
Ғашиҡ булып матурҙарға йөрөйбөҙ һөйөнөп,
Әйтелмәгән һүҙҙәргә йәшәйбеҙ көйөнөп.
Юҡҡа-барға үпкәләшеп, йөрөмәгеҙ туҙып
Үтеп китә һиҙелмәйсә ғүмер бит уҙып.
Ауыр һүҙҙәр ишеткәндә күңел тула ла китә
Йөрәктәрҙе йыуатырға йылы һүҙ етә
Өҙөлөп-өҙөлөп һөйгәндәрҙе ҡәҙерләйек дуҫтар
Яңғыҙлыҡҡа берүк кенә булмағыҙ дусар.
Ғүмер биргән сихри хискә беҙ тоғро булайыҡ
Йәшлектәге таңдарҙы гел иҫкә алайыҡ