Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри тулҡындарҙа
16 Ноябрь 2018, 16:51

Һүҙ

(Йылы һүҙ-йыланды өңөнән сығарыр.Мәҡәл)

Ауыр һүҙ әйттеләр-өндәшмәнем,

Ишетмәмеш булдым-китте үтеп,

Тик ул кеше күпме "һайраһа" ла,

Күңелемдән исемен юйҙым өтөп.


Матур һүҙ әйттеләр! Эй,йәнгенәм,

Рәхәтләнде нурға,яҡтылыҡҡа.

Яҡшы һүҙҙе күберәк әйткән һайын,

Әйләнә ул йырға,матурлыҡҡа!


Йәлләмәйек йылы ,ихлас һүҙҙе,

Мохтаждыр шул һүҙгә кемдер-бөгөн.

Дуҫтарса йылмайып һүҙ ҡушайыҡ-

Еңеләйеп китһен донъя йөгө!


Гөлнур Ғиззәтуллина


Читайте нас: