Етәкләшеп үткән һуҡмаҡтарҙы
Ҡайҙан ғына,ҡайҙан табаһы.
Ниндәй һандар менән үлсәргә һуң,
Һинһеҙ аҡҡан гәлсәр күҙ йәшен?
-Минең һөйгәнемде тапсы!-тиеп,
Ҡарлуғасҡай ҡошҡа өндәштем.
Һандар менән үлсәп булмай икән,
Маңлайҙарға яҙған яҙмышты...
Көҙгө урмандарға һирптем әле
Һин ҡалдырып киткән һағышты.