Үткән саҡта буйлап урамдарҙы
Никтер килә йырҙар hуҙаhым.
Йөрәккәйем, әллә күңелкәйем
Тибрәлдереп күңел гөлдәрен
Шаяртаhыҙ, әллә йыуатаһыҙ
Осрашҡанда серле ҡараштар
Нурҙар йома күҙҙәр ҡараhын.
Һиҫкәндереп йәшлек моңдарын
Сәстәремде hыйпап, сикәләрҙе,
Ҡарҙар яуҙы инде биҙәкләп.
Йылы елдәр hиҙмәй сирттереп,
Хәтерләтте бәхет миҙгелен.
Тибрәлдереп күңел гөлдәрен
Шаяртаhыҙ, әллә йыуатаһыҙ