Әлшәй хәбәрҙәре
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри тулҡындарҙа
22 Октябрь 2018, 13:34

Көҙгө ел

Көҙгө ел,шаҡыма тәҙрәмде,

Шаҡыма бикләнгән ҡапҡамды,

Мин инде хәбәрҙәр көтмәйем,

Йөрәкте йоҙаҡҡа бикләнем.


Көҙгө ел,туҙҙырма сәсемде,

Сәстәргә аҡ ҡырау сәселде,

Мин инде яңы яҙ көтмәйем,

Наҙҙарҙы йоҙаҡҡа бикләнем.


Көҙгө ел,шаярма, өшөйөм,

Йылыһы ҡалмаған өйөмдөң.

Мин инде -мин түгел,мин -башҡа,

Әйләндем мин һалҡын бер ташҡа...


Көҙгө ел,тыңлама һин мине,

Ҡарама әсе күҙ йәшемә.

Усағым ҡырында алланып

Ҡып-ҡыҙыл алмалар сәселгән.


Туҡта көҙ,ашыҡма,ваҡыт бар,

Әле төш-һуңыраҡ кис булыр...

Алмалар сәселеп ятмаһын

Кәрзиндәр үрәйем-эш булыр.


Гөлнур Ғиззәтуллина


Читайте нас: