Әлшәй хәбәрҙәре
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри тулҡындарҙа
4 Октябрь 2018, 17:52

Кеше күңеле-гәлсәр сәскә

Гөл баҡсаһын тапап сыҡтылар ҙа

Бысраҡ итек менән иҙгеләп,

"Йәй буйына ҡыҫыр ултыра ",-тип,

Аҙаҡ ,мыҫҡыл итеп көлдөләр.


Бөрөләнеп кенә килгән сәскә

Ҡурышып үлде-бер кем күрмәне.

Тик таңғы ел генә үкһей-үкһей,

Эҙләп йөрөнө уның эҙҙәрен.


Кеше күңеле лә гөл баҡсаһы,

Ләкин һаҡһыҙ уға үтәбеҙ.

Хис-тойғонан торған"түтәлдәрҙе"

Ауыр һүҙҙәр менән "тетәбеҙ"


Терелткән дә,үлтергән дә тел бит,

Уҡ үтмәгән ергә-һүҙ үтә,

Ағас башҡайҙарына ел етһә,

Әҙәм баштарына тел етә.


Кеше күңелкәйе-гәлсәр сәскә,

Ауыр һүҙҙәр әйтһәң-ыуала.

Татыу йәшәүҙәргә ни етә һуң

Өс көнлөк был фани донъяла.


2009.


Гөлнур Ғиззәтуллина
Читайте нас: